Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2019, 12:09

Юлдар ҡарҙан таҙартыла

“Буран көндө юл таҙартырға килгән трактор йәки “КамАЗ” машинаһы ауыл осона килә лә кире боролоп китә. Урамға инһә булмаймы икән?"

“Буран көндө юл таҙартырға килгән трактор йәки “КамАЗ” машинаһы ауыл осона килә лә кире боролоп китә. Урамға инһә булмаймы икән? Уҡыусылар иртән көрт йырып мәктәпкә бара. Күрше ауылдарҙа ла шул уҡ хәл”. Социаль селтәрҙәрҙә Ташлы ауыл Советынан Л. Мөслимованан республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа бына шундай һорау килгән.

Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Наил ХӘЙРЕТДИНОВ яуап бирә:

- Районда юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға 23 берәмек техника йәлеп ителде, хәүефһеҙ һәм өҙлөкһөҙ хәрәкәтте тәьмин итеү өсөн бөтә саралар күрелә. Юлсылар һәр көндө 104 ауылда, шул иҫәптән Ташлы ауыл Советында ла, юл һәм юл ситтәрен ҡарҙан таҙартыу эше алып бара. Баязит ауылынан да еңел машиналар йөрөп тора. Балаларҙы көн һайын мәктәп автобусы йөрөтә.
Читайте нас: