Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2019, 11:42

Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың тыуыуына -110 йыл

Башҡортостанда Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимовтың 110 йыллығын билдәләйҙәр (1909 — 1986). Өфөлә хәтер кисәһе юбилей алдынан, 13 февралдә уҙа. Программала – Күсем ауылы музейы экспонаттары күргәҙмәһе, милли аш-һыу һәм биҙәүестәр күргәҙмәһе, ижади коллективтарҙың, шул иҫәптән Әбйәлил районынан яҡташтары концерты.

Республикала ла юбилей саралары бара. Ошо көндәрҙә геройҙың тыуған яғы Әбйәлил районында «Рәсәй саңғы юлы — 2019» ярышы уҙҙы, унда 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Асҡар ауылында геройҙың исемен йөрөткән гимназияла музей асыла. 20 февралдә гимназияла шулай уҡ «Күсимов уҡыуҙары» республика ғилми-ғәмәли конференцияһы ойошторола. Башҡорт һәм рус телдәрендәге тикшеренеү эштәре генерал Т. Т. Күсимовтың хәрби юлы, сәнғәттә һәм әҙәбиәттә Күсимов образы темаларына бағышланған. Уҡыусыларҙың Күсимов һәм уның көрәштәштәре тураһында ижадын күрһәтеү күҙаллана (әҙәби һәм ижади эштәр).

Таһир Күсимов Бөйөк Ватан һуғышы фронтына 1942 йылдың апрелендә данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкы командиры булараҡ эләгә. Һуғыш ваҡытында подполковник Күсимовтың часы 19 тораҡ пунктты азат итә, Десна, Снов, Сосница, Днепр йылғаларын кисеп сыға. 1944 йылдың 27 сентябрендә Днепрҙы кискәндә күрһәткән ҡыйыулығы өсөн Таһир Күсимов III дәрәжә Суворов ордены менән бүләкләнә, 1944 йылдың 15 ғинуарында Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Өфөләге Еңеү паркында генерал Күсимовтың бюсы ҡуйылған, баш ҡала урамдарының береһе уның исемен йөрөтә. Әбйәлил районы Асҡар ауылындағы мәктәп-гимназияға уның исеме бирелгән. Геройҙың тыуған ауылы Күсемдә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғүмәр Ғилмановойошторған музей йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү үҙәге булып тора. Әбйәлил районының һәр ауылында Таһир Күсимовтың исемен йөрөткән урам бар.

Читайте нас: