Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2019, 11:45

Башҡортостанда бушлай спутник антенналарын ҡуйыуға ғаризалар ҡабул ителә

Республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башҡортостанда халыҡтың һанлы телевидение приёмниктарын һатып алыуға сығымдарын ҡаплайҙар һәм һанлы телесигнал булмаған урындарҙа спутник антенналарын ҡуялар.

Республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башҡортостанда халыҡтың һанлы телевидение приёмниктарын һатып алыуға сығымдарын ҡаплайҙар һәм һанлы телесигнал булмаған урындарҙа спутник антенналарын ҡуялар. «Башинформ»ға республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында хәбәр итеүҙәренсә, бушлай тәрилкәләр ҡуйыуға тәүге ғаризалар Нуриман районында йәшәүселәрҙән килде.

«Спутник приёмниктарын ҡуйыуҙа дәүләт ярҙамы цифрлы эфир телевидениеһына инмәгән зонала йәшәүселәргә күрһәтелә. Ошо зонанан ситтә урынлашҡан тораҡ пункттарҙың исемлеге РТРС сайтында баҫылған. Ярҙамды граждандарҙың ике категорияһына: пенсияһына федераль социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарға һәм аҙ тәьмин ителгән балалы ғаиләләргә күрһәтеү күҙаллана. Бының өсөн документтар исемлеген йыйырға кәрәк. Улар менән Матбуғат агентлығы сайтында танышырға мөмкин. Республиканың һәр районында ҡуйыу мәсьәләһен хәл итеүҙе тиҙләтеү өсөн халыҡҡа документтар пакетын әҙерләргә ярҙам итеүсе билдәләнгән. Бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәр менән яуаплы кешеләрҙең исемлеге бында баҫылған», — тип билдәләне Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 июндән Башҡортостанда аналог тапшырыуҙар тулыһынса туҡтатыла. Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә сигналды өҙөү 11 февралдән үк башланды. Цифрлы эфирҙы төбәктең күпселек биләмәһендә ҡарарға мөмкин. Һанлы сигнал булмаған ерҙә юлдаш тәрилкәләрен ҡуйырға тәҡдим ителә. Матбуғат агентлығы ғаризалар ҡабул итә, «Спутник-телеком» иһә аҙ тәьмин ителгән граждандарға «Телекарта» тәрилкәләрен бушлай ҡуя. Граждандарҙың ошо категорияларына хаҡы 1000 һумға тиклем һанлы приёмник һатып алған өсөн дә компенсация түләнә. Бының өсөн чек менән күп функциялы үҙәктең яҡындағы бүлексәһенә барырға кәрәк.
Читайте нас: