Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2019, 12:56

Тирә-яҡҡа нур сәсеп ултырһын беҙҙең мәсет!

Ҡыпсаҡ-Асҡар мәҙәниәт йортонда хәйриә акцияһы уҙҙы, унда йыйылған аҡса ауыл мәсетенә газ индереүгә йүнәлтеләсәк.

Ҡыпсаҡ-Асҡар мәҙәниәт йортонда хәйриә акцияһы уҙҙы, унда йыйылған аҡса ауыл мәсетенә газ индереүгә йүнәлтеләсәк.

Өфө ҡалаһының “Рамаҙан” мәсете имамы Фидан Ғәзизов аҙан әйткәндән һуң ағинәйҙәр башҡарыуында мөнәжәттәр яңғыраны, кисә моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр, уйын-көлкө менән үрелеп барҙы. Концертта Өфөнән килгән ҡунаҡтар, ҡыпсаҡ-асҡарҙарҙың данлыҡлы яҡташы, шаян һүҙ оҫтаһы Рәйфә Садиҡова һәм уның һеңлеһе Зилә лә сығыш яһаны.

Сара аҙағында имам-мөхтәсиб Марат Әбдрәхимов изге эштә ярҙам күрһәткәндәре өсөн ауыл халҡына һәм ҡунаҡтарға рәхмәт белдерҙе.
Читайте нас: