Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы 2018 йыл өсөн ил университеттарының һөҙөмтәлелек рейтингын
иғлан итте. Унда 1314 дәүләт, дәүләткә ҡарамаған, муниципаль һәм төбәк юғары уҡыу йорттары, шул иҫәптән 583 филиал, 10 федераль университет, 29 милли тикшеренеү университеты ҡатнашты. Мониторинг ете күрһәткес буйынса үткәрелде: мәғариф, фәнни-тикшеренеү, халыҡ-ара, финанс-иҡтисади эшмәкәрлек, уҡытыусыларҙың эш хаҡы, уны тамамлаусыларҙың эшкә урынлашыуы һәм өҫтәмә күрһәткес; дүрт йүнәлеш буйынса сикке билдәне үткән вуз һөҙөмтәле тип иҫәпләнә.