Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2019, 11:46

1 апрелдән Өфө мәктәптәре биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсә



Өфө мәктәптәрен 1 апрелдән биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсерергә әҙерләйҙәр. Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова был хаҡта мэриялағы кәңәшмәлә хәбәр итте.
«Биш көнлөк уҡыуға күсеү тәҡдиме ата-әсәләрҙә, уҡытыусыларҙа һәм мәктәп етәкселәрендә киң хуплау тапты. Дәрестәр теҙмәһенә үҙгәрештәр, төп мәғариф программаларына, пландарға һәм графиктарға төҙәтмәләр индерергә кәрәк. Белем биреү йөкләмәһен аҙна эсендә бер тигеҙ бүлергә», — тине Елена Хаффазова.
Уҡытыусылар аҙнаны планлаштырғанда ҡайһы бер шарттарҙы иҫәпкә алырға бурыслы. Атап әйткәндә, көнөнә уҡыу йөкләмәһе беренсе класс уҡыусылары өсөн дүрт, 2-4 класс уҡыусылары өсөн биш, 5-6 класс уҡыусылары өсөн алты һәм 7-11 класс уҡыусылары өсөн ете дәрестән артмаҫҡа тейеш.
Биш көнлөк уҡыу аҙнаһына ике сменала эшләгән мәктәптәр ҙә күсә ала. Бының өсөн көндөң икенсе яртыһындағы дәрестәр 40 минутҡа тиклем ҡыҫҡартыла һәм уҡыу киске сәғәт 7-лә тамамлана.
Читайте нас: