Башҡортостан Хөкүмәте цифрлы телевидение өсөн ҡорамал һатып алыуға дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы
граждандарҙың категорияларын раҫланы. Улар — пенсияһына федераль өҫтәмә алған пенсионерҙар һәм аҙ тәьмин ителгән балалы ғаиләләр. Ләкин уларҙың барыһы ла цифрлы телевидение барып етмәгән тораҡ пункттарҙа йәшәргә тейеш.