Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2019, 15:10

Иҫтәлекле дата

15 февралдә совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 30 йыл була. Был иҫтәлекле датаға арнап, бөтә илдә тантаналы саралар үтәсәк.

Район хакимиәте башлығы күрһәтмәһенә ярашлы, ойоштороу комитеты булдырылды һәм саралар планы раҫланды. Ай дауамында мәғариф, спорт, мәҙәниәт учреждениеларында Афғанстанда хәрби хәрәкттәрҙә ҡатнашыусылар, ветерандар, хәрби училищелар курсанттары һәм запастағы яугирҙәр менән осрашыуҙар, шулай уҡ батырлыҡ дәрестәре, смотрҙар һәм конкурстар, спорт саралары уҙасаҡ.

15 февралдә 10 сәғәттә Шафран ауылындағы Туғандар ҡәберлегендә, 14 сәғәттә Раевка ауылында “Тыуған ил-әсә” монументына һәм Дан аллеяһында веноктар һалынасаҡ. Ошо уҡ көндө 15 сәғәттә район мәҙәниәт һарайына яугир-интернационалистар, һәләк булған һалдаттарҙың ата-әсәләре саҡырыласаҡ.
Читайте нас: