Халыҡтан «сүп-сар реформаһы» буйынса мөрәжәғәттәр ҡабул итеү өсөн «ҡыҙыу элемтә» асылды, тип хәбәр итә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының матбуғат хеҙмәте.
Рәсәйҙә йәшәгән һәр кемгә 8-800-555-97-76 номерына бушлай шылтыратып, ошо темаға ҡағылышлы мәғлүмәт ҡалдырырға мөмкин.
Халыҡ фронтында сүп-сарҙы сығарыу-сығармау, эште башҡарыу ваҡыты, хеҙмәт өсөн күпме аҡса алыныуы, ниндәй үҙгәрештәр булыуы тураһында хәбәрҙәр көтәләр.
Мәғлүмәт йыйыу йомғаҡтары буйынса «халыҡ доклады» төҙөлә.