Әлшәй хәбәрҙәре
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2019, 11:24

“Халыҡ сүп-сарҙы айырып йыйыуҙың файҙаһын күрергә тейеш”

Халыҡҡа сүп-сарҙы айырып йыйыуҙың ыңғай яҡтарын төшөндөрөргә кәрәк, улар бының файҙаһын аңларға тейеш. Өфөнөң Гоголь урамындағы 80-се йортта йәшәүселәр менән аралашҡанда ошо хаҡта белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров.


“Төбәк операторы, металл, ҡатырға, быяла, пластикты тейешле кимәлдә алһа, барыһын да иҫәптә тоторға һәм халыҡ өсөн квитанцияларҙағы хаҡты төшөрөргә тейеш – был юғары пилотаж буласаҡ, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙ ошо эште башланыҡ ҡына әле, иҫәп системаһын яйға һалырға кәрәк. Етмәһә, быялаға, пластик һауыттарға ихтыяж ҙур, уларҙы йыйыу иҡтисади йәһәттән отошло”.


Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, республика халҡы сүп-сарҙы айырып йыйыуҙан үҙенә файҙа алырға тейеш. Ул әлеге йортта йәшәүселәрҙән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн хаҡ билдәләнгән квитанцияларҙы ала башлағандармы-юҡмы икәнен һорашты.


“Эйе, – тине халыҡ. – Бер кешенән, әйткәнегеҙсә, 70 һум тип билдәләнгән – ҙур рәхмәт һеҙгә”.


Радий Хәбиров шулай уҡ сүп-сар йыйыу өсөн бюджетта айырым категорияға ҡараған граждандарға компенсация ҡаралғанына иғтибар йүнәлтте. Был йәһәттән халыҡ араһында аңлатыу эше алып барылырға тейеш.

Читайте нас: