Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2019, 17:47

Алда – берҙәм дәүләт имтихандары

Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыуға ғаризалар 1 февралгә тиклем ҡабул ителә.

Сығарылыш синыфы уҡыусылары ике фән – рус теле һәм математика буйынса имтихандарҙы мотлаҡ тапшырырға тейеш. Әйткәндәй, быйылдан башлап, 11-се синыф уҡыусылары математика буйынса БДИ тапшырыу өсөн база йәки профиль кимәлен генә һайлай ала. Элекке йылдарҙа мәктәп тамамлап аттестат алыусылар математика буйынса БДИ тапшырыуға тик профиль кимәле буйынса ғына теркәлә ала.

11-се синыф уҡыусылары ғәҙәттәгесә БДИ тапшырыуға ғаризаны үҙ мәктәбендә яҙа. Ә бына мәктәпте элегерәк тамамлаған һәм быйыл үҙ белемен иҫбатларға теләгәндәргә 1 февралгә тиклем мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғариза менән бергә улар белем тураһында документтың төп нөсхәһен дә тапшыра.

Мәктәпте элеке йылдарҙа тамамлаусылар БДИ-ны ваҡытынан алда (20 марттан 10 апрелгә тиклем) һәм төп осорҙоң резерв көндәрендә тапшырасаҡ. Быйылғы 11-се синыф уҡыусылары өсөн имтихандар 27 майҙан 1 июлгә тиклем дауам итә.

Фото: Яндекс
Читайте нас: