Уның әйтеүенсә, “Хыял”да медицина корпусында һәр баланың ауырыуына бәйле төрлө процедуралар үтергә мөмкин, йыл әйләнәһенә эшләгән бассейн да бар. Шифаханала һәр яҡлап уңайлы шарттар булдырылған, бүлмәләр ике-өс кешелек, көнөнә биш тапҡыр ашау ҡаралған. Иң мөһиме – балаларҙың сәләмәтлеге нығынһын, улар өйҙәренә шатланып ҡайтһын, ти урындағы етәкселәр.