Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2019, 12:09

ОСАГО тарифтары үҙгәрҙе

9 ғинуарҙан Рәсәй Үҙәк банкының ОСАГО тариф коридорын өҫкә һәм аҫҡа 20 процентҡа киңәйтеү тураһында күрһәтмәһе үҙ көсөнә инде.

Физик шәхестәрҙең еңел автомобилдәре өсөн база тарифы ставкалары диапазоны әле 2746-4942 һум тәшкил итә. Быға тиклем ул 3432-4118 һум ине.

Бынан тыш, хәҙер шоферҙарҙы стаж һәм йәш буйынса 58 категорияға бүлеү аныҡлана, элек дүрт категория ине. Ике йылға тиклем автомобилгә идара итеү тәжрибәһе булған 16-21 йәшлек шоферҙар өсөн максималь коэффициент 1,87-гә тиклем арта.

Стаж һәм йәш өсөн ташламалар ғәмәлгә инде. Ташламаның иң ҙуры – 7 процент (0,93 коэффициентына тап килә) алты йыл стаждан башлап 59 йәштән өлкән шоферҙар өсөн билдәләнә. ОСАГО-ның элекке системаһында бындай ташламалар ҡаралмағайны.

Мотоциклдар һәм мотороллерҙар хужалары өсөн тарифтар 10,9 процентҡа кәметелде һәм 867-1579 һум урынына хәҙер 694-1047 һум тәшкил итә.

“Башинформ”.

Читайте нас: