Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күренекле йырсы, Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Илһам Шакировтың туғандары, яҡындары һәм коллегаларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
Ғ.Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһы исеменә ебәрелгән телеграммала былай тиелә:
«Башҡортостан халҡы һәм үҙемдең исемдән мәшһүр йырсы, Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Илһам Ғилметдин улы Шакировтың вафатына бәйле ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам.
Халыҡтың яратҡан йырсыһы милли йыр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Уның лирик йырҙарын күп йылдар буйына һәр татар һәм башҡорт ғаиләләрендә яратып тыңланылар.
Илһам Шакиров республикабыҙҙың дуҫы булды, Башҡортостан мәҙәниәтендә сағыу эҙ ҡалдырҙы. Ул башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен башҡарҙы, күп кенә башҡорт эстрадаһы йырсылары уның репертуарындағы йырҙарҙы йырланы.
Илһам Шакиров тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр!».