Әлшәй хәбәрҙәре
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2019, 17:01

Бәйгелә ҡатнашығыҙ!

“Вся Уфа” телеканалы иң яҡшы фотоһүрәткә конкурс иғлан итте.


Унда теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала. Бының өсөн Иван Якутов исемендәге парктағы төп аллеяла урынлашҡан “Вся Уфа” телеканалы логотибын сағылдырып, боҙ скульптура эргәһендә фотоға төшөргә кәрәк. Артабан был фотоны #вновыйгодсовсейуфой хэштэгы менән социаль селтәргә ҡуйыу шарт.


Еңеүселәр һәр йома билдәләнә. Уларҙы “Вся Уфа” телеканалынан бүләктәр көтә. Конкурс 22 февралгә тиклем дауам итә. Сара тураһында өҫтәмә мәғлүмәтте (347) 255-90-35 телефоны аша алырға мөмкин. Яңылыҡ Өфө ҡалаһы хакимиәтенең https://ufaciny.info/press/news/310431.html рәсми сайтында урынлаштырылған.


Читайте нас в