Башҡортостанда эшһеҙлек пособиеһының уртаса күләме декабрҙә 4 073 һум йәки эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән 42,9% тәшкил итте.
«Төбәктә минималь күләмдә эшһеҙлек пособиеһын алыусыларҙың өлөшө — 34,9%, ә максималь пособие алыусылар — 55,4%», — тип белдерҙе республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.
Дөйөм алғанда, 2018 йылда Башҡортостанда эшһеҙлек пособиеһының уртаса күләме 4 130 һум йәки эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән 43,5% булды. Минималь күләмдә эшһеҙлек пособиеһын алыусыларҙың өлөшө 31,9% тәшкил итте, ә максималь пособие алыусылар — 55,2%.
Хеҙмәт министрлығының 2018 йылдың 1 декабренә мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда «рәсми» эшһеҙҙәр һаны яҡынса 18,5 мең кеше булған. Был йыл башына ҡарағанда 2,2 мең кешегә аҙ.
Эшсе көсөн һуңғы тикшереү һөҙөмтәләренә ярашлы (2018 йылдың август-октябрь айҙары), Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса республикала эшһеҙҙәр һаны 94 мең кешенән ашҡан. Был бер йыл элекке менән сағыштырғанда 17,6% түбән.
Мәшғүл халыҡ һаны 1 миллион 860 мең кешенән ашыуыраҡ булған, был халыҡ мәшғүллеге кимәленә 56,6% тап килә.