2019 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй кешеләре урманға барып, ел йыҡҡан йәки ҡороп ауған ағасты, ботаҡтарын, сытырҙы йыйып алып ҡайта ала.
- урындағы урмансылыҡҡа (лесничество) барып, иртәгә урманға барып, "валежник" алып ҡайтам тип әйтергә;
- ат, машина менән барып сытыр-маҙарҙы тейәргә һәм ҡайтырға кәрәк.
Ҡалдау ағасты йыл әйләнәһендә йыйырға мөмкин. Яҙ-йәй мәлендә янғын сығыу хәүефе артҡанда тыйыу буласаk.