Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Декабрь 2018, 13:44

Яңы йыл менән!

Яңы йыл менән! Киләсәккә яҡты өмөттәр бағлап

Хөрмәтле әлшәйҙәр! Бөтә йөрәктән һеҙҙе яҡынлашып килеүсе Яңы йыл менән ҡотлайым!

Яңы йыл байрамдары һәр кемдең күңеле яҡты өмөттәргә тулған, ниндәйҙер бер мөғжизә көткән илаһи мәл ул. Мамыҡтай йомшаҡ аҡ ҡар, шыршы еҫе, төрлө уйынсыҡтар, бүләктәр һәм әлбиттә, бөтә изге уй-теләктәребеҙҙең тормошҡа ашыуына ышаныс менән сорналған был тантана.

Яңы йылды ҡаршылап, беҙ үткәндәргә йомғаҡ яһайбыҙ, киләсәккә матур хыялдар ҡорабыҙ. Тыуған районыбыҙҙың именлеге хаҡына көндәлек тырыш хеҙмәтегеҙ өсөн барығыҙа ла рәхмәт белдерәм.

2019 йыл тормошобоҙҙо яҡшырытыу юлында тағы ла бер ышаныслы аҙым булһын, һәр йортҡа бәхет, именлек һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килһен! Ерҙә тыныслыҡ, һәр йөрәктә һөйөү тантана итһен, йорттарҙа балаларҙың шат тауыштары яңғырап торһон! Бөтә изге уй-ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын! Яңы йылдың һәр көнө изгелек һәм наҙ менән тулы булһын! Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм татыулыҡ теләйем.

Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы Дамир МОСТАФИН.

Читайте нас: