Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2018, 17:11

Ысын мөғжизә булды

Яңы йыл яҡынлаша. Һәр кем ниндәйҙер яңылыҡ, үҙгәреш көтә. Бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡулынан дәүләт наградалары алған 60 кеше өсөн дә үтеп барған йылдың һуңғы сәғәттәре ысынлап та мөғжизә булды.


Гәзиттебеҙҙең әүҙем авторы, профессор, оҙаҡ йылдар Өфө дәүләт сәнғәт институтын етәкләгән Зиннур Нурғәлиндың түшенә төбәк етәксеһе Салауат Юлаев орденын таҡты. Илеш районы хакимиәте эргәһендә опека һәм попечителлек бүлеге етәксеһе Ғәзимә Бәширова – Башҡортостандың Почет грамотаһы, Үрге Йәркәйҙәге беренсе гимназия уҡытыусыһы Данил Шаһабутдинов “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән исем менән бүләкләнде. Әбйәлил районының Әүмеш фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Сафина Гәрәева "Башҡортостандың атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре" тигән исемгә лайыҡ булды.


Читайте нас: