Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2018, 17:03

Республикала ҡышҡы һыу аҫты һунары фестивале еңеүселәре билдәләнде

Башҡортостанда ҡышҡы һыу аҫты һунары фестивале тамамланды. Нуриман районы Павловка һыу һаҡлағысындағы байрам республиканан һәм күрше Татарстандан йөҙҙәрсә ошо экстремаль спорт төрөн яратыусыларҙы йыйҙы. Билдәләнгән ваҡыт эсендә күберәк балыҡ тотоп өлгөргән кеше еңеүсе булды.
«Балыҡсыларға оҙаҡ ҡына 3-4 метр тәрәнлектәге һалҡын һыуҙа торорға тура килде.Тирә-яҡтағы һауа температураһы минус 32 градус ине. Уларҙың һәр береһенең — үҙ стратегияһы. Улар һәр лапы аҫтынан балыҡ эҙләй», — тип һөйләне «Рәсәй 1 — Башҡортостан» телеканалына ярыштың төп судьяһы Владимир Рязанов.
Һыу аҫты һунарсылары һүҙҙәренсә, күп нәмә атыу ҡеүәтенә һәм уңыуға бәйле. Бынан тыш, йыш ҡына балыҡты эҙәрлекләргә тура килә. «Мин барыһын да уҙып киткәнем өсөн генә еңдем. Бөтә балыҡ — бүрәнәләрҙә», — ти ярыш еңеүсеһе Андрей Михеев.
Бер нисә сәғәт буйы һалҡын һыуҙа торған ҡатнашыусыларҙы көйәрмәндәр, ҡайнар аш һәм сәй көтә ине. Улъя араһында — суртан, һыла, алабуға.

Читайте нас: