«Республиканың 100 йыллығы — бик мөһим дата, Рәсәй Президентының бер быуатлыҡ юбилейын байрам итеү тураһында тейешле указы бар. Шуға күрә дөйөм съезды бер йыл алдараҡ, Башҡортостан өсөн тарихи әһәмиәтле йылда үткәреүҙе ҡанунға ярашлы тип иҫәпләйем. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын күләмле һәм тантаналы итеп ойошторорға ине. Өфөләге мәҙәниәт һарайынан тыш, республика райондарында ла милли йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр менән халыҡ йыйындарын үткәрергә кәрәк», — тип билдәләне ҡоролтайҙың башҡарма комитеты етәксеһе.