Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2018, 12:56

Өфө Бөтә Рәсәй театр марафоны маршрутына индерелгән

Өфө Бөтә Рәсәй театр марафоны маршрутына индерелгән. Саралар Волга буйы федераль округы театрҙарында 20 апрелдән 6 июнгә тиклем уҙғарыла. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был ваҡытта төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале лә үткәрелә.
Бөтә Рәсәй театр марафоны 2019 йылдың 18 ғинуарында Владивостокта башлана. Марафонда ҡатнашҡан театрҙар һаны 93-тән кәм түгел, саралар һаны — 700-ләгән. Марафон ноябрҙә Калининградта тамамлана.
Театр марафоны ваҡиғалары онлайн режимында күрһәтелеп бара. Уны илебеҙҙәге 30 миллионға яҡын кеше ҡарай ала. Мәҙәниәтте, спортты һәм туризмды үҫтереү мәсьәләләре буйынса Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә мәҙәниәт министры урынбаҫары Павел Степанов ошо хаҡта хәбәр итте.
Театрҙың икенсе төбәккә сәфәре барышында уның репертуарынан иң яҡшы спектаклдәр күрһәтелә, фотокүргәҙмәләр, билдәле актерҙарҙың, режиссерҙарҙың һәм театр етәкселәренең оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Бынан тыш, Театр йылы символы тантаналы рәүештә илдең 85 төбәге буйлап күсеп йөрөргә һәм Театр марафонын асыу тантанаһында округтың билдәле театр эшмәкәрҙәренә тапшырылырға тейеш.

Читайте нас: