Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2018, 18:19

Өфө йәштәр ҡалаһына әйләнергә тейеш

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә: “Өфө илебеҙҙең белемле йәштәрҙе туплаған баш ҡалаларының береһенә әйләнергә тейеш”, – тип белдерҙе.


– Бөгөн уңышлы юғары уҡыу йортон заманса белем ҡаласығынан – кампустан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Өҫтәүенә башҡа төбәктәрҙән һәм сит илдәрҙән абитуриенттар ағымы арта бара. Республика Хөкүмәтенә юғары уҡыу йорттары етәкселеге һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә вуз-ара кампус төҙөү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушам, – тине Радий Хәбиров.

Читайте нас: