Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2018, 18:25

Өфөгә республика Яңы йыл шыршыһына 780 бала килә

21 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Яңы йыл шыршыһы уҙа. Республиканың төп шыршыһына «Киреһенсә Яңы йыл» тигән тамаша әҙерләгәндәр.
Йола буйынса, байрамға 780 бала — уҡыу алдынғылары, олимпиада һәм спорт ярыштары еңеүселәре, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттары килә.
Балаларҙы шат клоундар, шыршы тирәләй флешмоб, яңы йыл фотозоналары, күләмле декорациялар, сағыу костюмдар, 3D-проекция, яңы йыл тамашаһы көтә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
«Киреһенсә Яңы йыл» тамашаһы көн һайын 2019 йылдың 7 ғинуарына тиклем бара.

Читайте нас: