Хәбәрҙәр 02, 3-09-91, 3-12-09 телефондары аша ҡабул ителә. Яҙма рәүештә мөрәжәғәт иткәндә, оператив дежурный талон-белдереү ҡағыҙы тултыра, ә почтанан ебәрелгән өс көн эсендә хәбәрҙәр мотлаҡ теркәлә һәм иҫәпкә индерелә.
Бынан тыш, эш көндәрендә полиция подполковнигы А. С. Чугунов һәм уның урынбаҫарҙары график буйынса граждандарҙы ҡабул итә, унда ла ғариза һәм хәбәрҙәр ҡалдырырға була.
Ҡабул ителгән ҡарар тураһында ғариза биреүсегә хәбәр ителә. Авторҙың исем-шәрифтәре һәм яуап ебәреү өсөн почта адресы күрһәтелмәһә, мөрәжәғәттәр аноним тип иҫәпләнә.
Бынан тыш, мөрәжәғәтегеҙҙе дәүләт хеҙмәттәре порталында Рәсәй Эске эштәр министрлығының теләһә ҡайһы департаментына ебәрә алаһығыҙ.
Эске эштәр министрлығы бүлеге штабы.