Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2018, 12:18

Башҡортостанда опекундарға түләүҙәрҙе үҙгәртергә уйлайҙар

Башҡортостанда депутаттар «Опекундарға (попечителдәргә) баланы ҡарауға аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында» республика законына үҙгәрештәр индерергә ниәтләй.

Башҡортостанда депутаттар «Опекундарға (попечителдәргә) баланы ҡарауға аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында» республика законына үҙгәрештәр индерергә ниәтләй.

Әгәр уны ҡабул итһәләр, опекундар, балаларына мәктәп тамамлағансы 18 йәш тулһа ла, пособие алыуҙары мөмкин. Закон проектын ҡарау киләһе пленар ултырышҡа билдәләнгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте.

«Патронат тәрбиәгә алынған балаларҙың күбеһе 10-сы класта уҡығанда балиғ була. Шуға күрә 11-се класта уларға пособие түләнмәй. Социаль ғәҙеллек урынлаштырыу өсөн закон проекты менән норма индерергә тәҡдим ителә, уға ярашлы, ҡарауҙағы етемдәргә аҡса уҡыу йылы аҙағына тиклем түгел, ә улар мәктәп тамамлағансы түләнә», — тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.

Башҡортостанда етемдәрҙе тәрбиәләгән өсөн аҡса «Опекундарға (попечителдәргә) баланы ҡарауға аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында»ғы законға ярашлы түләнә. Сумма даими индексациялана. 2018 йылдың 1 ғинуарынан ул өс йәшкәсә сабыйға - 6,3 мең, өс йәштән өлкәнерәк балаға 6,1 һум күләмендә билдәләнгән.

Читайте нас: