Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2018, 12:40

Республикала Муса Гәрәев исемендәге тарихи-мәҙәни үҙәк булдырылды

Башҡортостанда хәрби летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге тарихи-мәҙәни үҙәк булдырылды. Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле ҡарары республиканың хоҡуҡи-мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Илеш районындағы яңы үҙәк Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалы булып тора.
Тарихи-мәҙәни үҙәктәр милли йолаларҙы һаҡлау, милли үҙаңды уятыу өсөн булдырыла. Әлеге ваҡытта республикала ошондай 17 ойошма эшләй.

Читайте нас: