Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы
Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләренә – “Фейсбук”, “Инстаграм” һәм “Бәйләнештә” – республикала подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһының эшләй башлаясағы тураһында яҙҙы. Проект республика һәм муниципалитет бюджеттары, идара итеүсе компаниялар тарафынан финансланасаҡ.