Административ хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн элек һалынған штрафтарҙы түләттереүгә йүнәлтелгән иҫкәртеү сараһы 20 декабргә тиклем дауам итә. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлегендә аңлатыуҙарынса, штрафтарын ваҡытында түләмәгән бурыслыларға ике ай эсендә күберәк сумма түләргә тура киләсәк йәиһә улар 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алына йәки мәжбүри эштәргә йәлеп ителә.