Ауылдың йәш хоккейсылары өсөн быйылғы миҙгел асылыу айырыуса үҙенсәлекле булды. Уларға ҡунаҡҡа Дәүләт Думаһы депутаты Александр Ющенко килде. Депутат йәш спортсыларға уңыштар теләне һәм хоккей кейеме бүләк итте. Тимәк, торонтайыштар алда яңы еңеүҙәре менән ҡыуандырыр әле!