Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2018, 13:43

Урман һылыуҡайҙарын һаҡлайыҡ

Ошо көндәрҙә бөтә республикала “Шыршы-2018” оператив-иҫкәртеү операцияһы уҙа.

Тылсымлы Яңы йыл байрамы яҡынлашыуы һәр ерҙә һиҙелә. Йорт тәҙрәләрендә һәм биналарҙа төҫлө уттар менән гирляндалар балҡый, майҙандарҙа шыршылар биҙәлә. Тиҙҙән урман һылыуҡайҙары фатирҙарыбыҙҙа ла үҙ урынын аласаҡ.

- Ошо көндәрҙә бөтә республикала “Шыршы-2018” оператив-иҫкәртеү операцияһы уҙа. Ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау буйынса сара 31 декабргә тиклем дауам итә. Урман фондына килтерелгән зыян өсөн административ, хатта енәйәт яуаплылығы ҡаралған, - ти республиканың Урман хужалығы министрлығы дәүләт инспекторы М. Ф. Әхмәтов.

- Граждандарға ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ киҫкән өсөн - өс-дүрт мең, вазифалы кешеләргә – 20 меңдән 40 меңгә тиклем, юридик шәхестәргә 200-300 мең штраф һалына. Бынан тыш, браконьерҙар килтерелгән зыянды ҡапларға бурыслы. Зыян биш мең һумдан ашыу тәшкил итһә, хоҡуҡ боҙоусыны хатта алты йылға иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Шуға ла шыршы алып ҡайтыу өсөн урманға барыр алдынан эҙемтәләрен уйлағыҙ, - ти урман инспекторы.

Ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ әҙерләү йәки һатыу осраҡтары тураһында 8 (347) 218-13-87, 218-13-88, 218-14-14, 8 (34754) 3-01-51 телефондары аша хәбәр итергә мөмкин.

Читайте нас: