Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Яңы йыл байрамдарында ял итеүҙең рәсми графигын баҫтырып сығарҙы. Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – Яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар – Христос Раштыуаһы – байрам көндәре булып тора. Шәмбе 29 декабрҙәге ял көнө дүшәмбе 31 декабргә күсерелгән.
«2019 йылда 5 һәм 6 ғинуарҙағы байрам көндәре шәмбегә һәм йәкшәмбегә тура килә. Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 5 ғинуарҙағы ял кесаҙна 2 майға, 6 ғинуарҙағыһы йома, 3 майға күсерелгән», — тип белдерҙеләр ведомствола.
Шулай итеп, Башҡортостанда йәшәүселәр 10 көн рәттән ял итә. Шуны билдәләп үтәйек, 29 декабрҙәге эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
«Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһына ярашлы, йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7 һәм 8 ғинуарҙағы байрам көндәре отпускының календарь көндәренә индерелмәй», — тип аңлаттылар министрлыҡта.