Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурсы үтте. Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған был сарала баһалама ағзаһы булараҡ ҡатнашырға һәм һәр сығыш яһаусы менән гала-концерт көнөндә генә түгел, ә ярыш барышында танышырға насип булды.
Дөрөҫөн әйткәндә, был сараның эсендә ҡайнау, төрлө милләт, төрлө дин тотҡан, бөтөнләй дин тотмаған замандаш һүҙ оҫталары сығышын күреүҙе үҙем өсөн ҙур шәхси һәм һөнәри бәхет һананым. Кеше глобалләшеү мәлендә заман тарафынан нисек кенә йотолған һымаҡ тойолһа ла, баҡтиһәң, беҙҙең тамырҙарыбыҙ, төп асылыбыҙ, боронғо йырҙарҙа, көйҙәрҙә, риүәйәттәрҙә, эпостарҙа һаҡланған булмышыбыҙ үҙен юғалтмаған икән дәһә! Ул әленән-әле беҙгә үҙе хаҡында иҫкә төшөрөп торған. Юҡҡа йәшләй генә Мөхәмәтша Буранғолов “Урал батыр” эпосын яҙып алып, тап милләттәр юғалыр мәлдә уны халыҡҡа тапшырып ҡалдырмаған. Бында Күктәрҙең ҡыҫылышы, Аллаһ Тәғәләнең боронғо асыллы милләтте ҡурсалауы ишараһы күренә.
Конкурсанттар төрлө төбәктәрҙән килгәйне. Иғтибарҙы йәлеп иткәндәре хаҡында һөйләйем. Коми Республикаһынан лауреат исеменә лайыҡ булған Илья Чуркин нимәһе менәндер беҙ бала саҡта күреп кенә ҡалған урыҫ бабайҙарын, уларҙың һөйләшеү рәүешен хәтерләтте. Ул яйлап ҡына сәхнәгә сыҡты ла өләсәһе һөйләгән хикәйәтте еткерҙе. Телде аңлаған кеше аңлағандыр, мин — юҡ, ул бөтөнләй урыҫ телендә сығыш яһаманы, бәлки, телдең элекке яңғырашында, әллә коми телендә булды монологы, әммә эске энергияһы, моңо арбаны ла ҡуйҙы. “Һин ниндәй телдә уҡының?” тигән һорауға ул: “На ком баба говорила!” – тип яуап бирҙе. Ул телде айырым атап билдәләмәне, әммә баһалама ағзалары ла, залда ултырған тамашасылар ҙа уның сығышында ана шул тап сәсәндәргә, халыҡтың боронғо һүҙен еткереүселәргә хас ауаз ишетте. Ул шул төбәктә йәшәгән халыҡтың рухи ҡомартҡыһының бер сағылышын алып килгәйне.
Саха (Яҡут) Республикаһынан “Дьолуо” фольклор ансамбле (етәксеһе – Людмила Константиновна Цой) сараның бер күренеше, йәме, ҡото булды. Улар яҡут халҡының милли кейемдәрендә милли музыка ҡоралдарын тотоп сәхнәгә сыҡты. Теҙелешеп ултырып алдылар ҙа, әйҙә, китте “Олонхо” әҫәрен һөйләү. Бында уларҙың айырым-айырым, аҙаҡ бергә ҡушылып та әйтеүҙәренә иғтибар итергә кәрәк. Тотош бер ҡеүәтле боронғо тамашаға торош булды был сығыш. Людмила Константиновна аҙаҡ ансамблдә “олонхосы”ларҙың төрлөһө төрлө ерҙә йәшәүе, төрлө вазифала эшләүе, төпкөл ауылдарҙан булыуы, уларҙы йыйып, ҙур йылға аша борамға ултырып сығыуы хаҡында ентекләп һөйләгәндә: “Олонхо беҙгә барыбер барып етергә ярҙам итер, тип теләнек!” – тигәненә иғтибар иттем. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Урал батыр саҡырған ҡунаҡтары килеп етһен, имен ҡайтһын өсөн барыһын да эшләне, тип уйлап торабыҙ әле бына. Эйе-эйе, тап шулай. Урал батырҙың рухы, уның ҡеүәте халыҡҡа ҡайтҡан, яҡынайған мәлдә башҡа төрлө уй килмәй ҙә. Халыҡҡа ҡайтҡан тигәндә, бөгөнгө балаларҙың “Урал батыр” эпосын яттан һөйләп, эстәренә заман афәттәренән һаҡлар ҡот (код) алыуҙары, ошо рәүешле беҙ яйлап, өҙөлә башлаған рухи ептәрҙе, епсәләрҙе ялғап, еребеҙгә сәсәнлек ҡеүәтен ҡайтара башлауыбыҙ хаҡында әйтергә теләйем. Нәбиебеҙ – ул Урал батыр.
Яҡут ҡыҙы Айта Васильева нисек һоҡланғыс сығыш яһаны! Уларҙың һәр береһенең тамашаһын күрергә кәрәк, дөрөҫөн әйткәндә, һүҙ менән генә килештерә торған ғәмәл түгел эпосты башҡарыусыны тасуирлау!
Ханты-Мансиҙан Тимофей Молданов сығышында үҙҙәренең аулау йолаһын да күрһәтергә тырышты. Һәр бер сығыш яһаусының милли асылы менән сәхнәгә сығыуы иғтибарҙы йәлеп итте.
Эпос – ул һәр нәмәнең башы. Бөтә төр сәнғәттәр, бөтә төр ижад, һәр төр фәлсәфә, һәр төр донъяны ҡабул итеү – былар барыһы ла унан башлана. Эпос – бөгөнгө кешелектең нигеҙе. Кем белә, бәлки, быға тиклемге цивилизацияларҙың да нигеҙелер?
Дәүләкән районынан Зөләрәм Снигирева “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосын һөйләп, шулай уҡ лауреат исеменә лайыҡ булды. Бына ошо рәүешле риүәйәттәр, хикәйәттәр һөйләгәндәрен минең дә ишеткәнем булды. Дәүләкән районының Мәкәш ауылында йөҙйәшәр Ғәйнамал әбей бар ине, беҙ уға барып, “Саҡ менән Суҡ”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” әҫәрҙәренең тап беҙҙең ауылда һаҡланған варианттарын йыя торғайныҡ. Быны уҡытыусыбыҙ Фәниә Хәсәнованың ҡушыуы буйынса атҡара инек. Ул ваҡытта ниндәй ҡомартҡы ишетеүебеҙҙе, уның тап боронғоса башҡарыуҙарының шаһиты булғаныбыҙҙы беҙ, балалар, аңлап та етмәгәнбеҙ, әммә әле булһа әбейҙең көйләп кенә, яйлап ҡына, һеңдереп кенә һөйләүе хәтерҙә ҡалған. Зөләрәм апай ҙа ана шул тап боронғо башҡарыу, эпосты еткереү рәүешен һаҡлаған.