«Әле интернаттың ике корпусында ремонт бара. Депутаттар йыйған аҡсаға ремонтланған бүлмәләр яңы мебель менән йыһазландырыла, ҡорғандар, түшәк кәрәк-яраҡтары, балалар өсөн үҫтереүсе уйындар һатып алына. Был республикала көнкүреш, медицина хеҙмәтләндереүенә һәм социаль-мәҙәни яраҡлашыуға мохтаж инвалид балалар даими йәшәгән берҙән-бер дәүләт медик-социаль учреждениеһы. Әле бында 300-ҙән ашыу бала. Һәр береһе иғтибар һәм хәстәрлек талап итә», — тип аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
«Йомарт шишәмбе» халыҡ-ара мәрхәмәтлек көнө 2012 йылдан ноябрҙең һуңғы шишәмбеһендә 100-ҙән ашыу илдә уҙғарыла. Акцияла 300-ҙән ашыу төрлө ойошма ҡатнаша. Рәсәйҙә тәүге «Йомарт шишәмбе» 2016 йылда ойошторолдо. Ике йыл эсендә илебеҙҙә ошо хәйриәлек хәрәкәтенә 227 тораҡ пункттан 1 900-ҙән күберәк партнер ҡушылды, 3 500-ҙән ашыу хәйриә саралары үткәрелде.