Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2018, 16:02

«Өфө» халыҡ-ара аэропортында йыл башынан 3 миллионынсы пассажирҙы ҡаршы алдылар

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты һауа ҡапҡаһы тарихында тәүге тапҡыр 2018 йылдың башынан өс миллионынсы пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе. Былтыр Өфө аэропорты 2,8 миллион кешелек сикте үткәйне.
Өс миллионынсы пассажир таңғы 5 тула 10 минутта «Азимут» авиакомпанияһының Өфө — Краснодар рейсына теркәлгән. Ул — Өфөнән Юлай Мәмбәтов, уға эше буйынса ҡалалар араһында йыш осорға тура килә. Авиакомпания уны ике яҡҡа бушлай осоуға ике кешелек сертификат менән бүләкләне. Шулай уҡ ул «Өфө» аэропортынан өс ай бушлай парковка урыны менән файҙаланыуға сертификат, иҫтәлекле сувенирҙар һәм эске һауа юлдары терминалының бизнес-залында хеҙмәтләндереүгә сертификат алды.
Аэропорттың генераль директоры Александр Андреев әйтеүенсә, өс миллионынсы пассажирҙы ҡаршы алыу аэропорт өсөн уның эш һөҙөмтәлелеген күрһәткән әһәмиәтле ваҡиға булып тора. Ете йыл эсендә пассажирҙар ағымы 83 процентҡа артҡан. 2018 йылдың ун айы йомғаҡтары буйынса «Өфө» аэропортында пассажирҙар һаны, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 17 процентҡа үҫкән. Үҫештең төп факторҙары — халыҡ-ара авиалиниялар терминалын һәм аэродром комплексын яңыртыу, авиакомпаниялар менән эшләүҙең ғәмәлдәге программаһы.

Читайте нас: