Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2018, 13:18

Башҡорт ҡурайы Японияла яңғыраны


ТӨРКСОЙ халыҡ уйын ҡоралдары оркестры составында башҡорт ҡурайы Японияла яңғыраны. Халыҡ-ара проектта республикабыҙ исеменән “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансам­бле солисы Морат Йәноҙаҡов сығыш яһаны.



Артистарыбыҙ юлланған тәүге ҡала Токио булды. Төрки донъяһындағы этник музыка ҡоралдарынан ойошторолған оркестр Токионың Сәнғәт университетында консерватория студенттары өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Артистар иһә Япония уҡытыусыларының ижади оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты.


ТӨРКСОЙ оркестры составында концертта 12 илдән, шул иҫәптән Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Төркиә һәм Үзбәкстандан, шулай уҡ Саха (Яҡут) Республикаһынан, Башҡортостан, Тыва, Монголия һәм Ғағауыздан 50 артист ҡатнашты.

Читайте нас: