Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2018, 11:28

«Тамыр» балалар телеканалының «Этноlike» проекты бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы

«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы IV «Федерация» бөтә Рәсәй телевизион конкурсы еңеүсеһе булды. Балалар телеканалының «Этноlike» проекты «Ата-бабалар теле» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды.

Конкурста Рәсәйҙең бер нисә тиҫтә төбәгенән 200-ҙән ашыу эш ҡатнашты. Бүләкләү тантанаһы 20 ноябрҙә Мәскәүҙә уҙҙы.

Телевидение һәм инстаграм мөмкинлектәрен берләштергән «Этноlike» проекты башҡорт халҡының этнографияһы тураһында сағыу һәм модалы итеп бәйән итә. «Федерация» конкурсында тимерселек кәсебе хаҡында сығарылыш еңеп сыҡты. Алып барыусылар Азамат, Назар, Наҙгөл блогер Айзилә һәм Альбина өләсәй ярҙамында тимерселек эшенең тарихи роле һәм тимерҙең әһәмиәте хаҡында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һөйләне.

«Ата-бабалар теле» номинацияһына абруйлы компанияларҙың етди, фундаменталь фильмдары дәғүә итә ине, шуға күрә «Этноlike» проектының еңеүе минең өсөн бөтөнләй көтөлмәгән хәл булды, — ти «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Ижади төркөмгә, режиссер Айгөл Малбаеваға, һәм, әлбиттә, шәп алып барыусылар Азамат Ҡарабулатовҡа, Наҙгөл Шәрәфетдиноваға һәм Назар Бикбаевҡа рәхмәтемде белдерәм».

«Федерация» конкурсы төбәк телекомпанияларының ижади һәм техник ҡаҙаныштарын, республика брендтары, социаль-иҡтисади үҫеше, инновацион ҡеүәте, төбәктәрҙең үҙенсәлектәре тураһында проекттарҙы күрһәтеү өсөн ҙур майҙансыҡҡа әүерелде.

Читайте нас: