Ошо көндәрҙә баҙарҙа һатыусы ҡатынға ике кеше мөрәжәғәт иткән. Бөтә аҡсалары банк картаһында булыуы, ҡулаҡса кәрәк, әммә яҡында банкомат юҡ тигәндәр. Мобиль телефон аша уның картаһына биш мең һум күсереүҙәрен, ә ҡатындан ҡулаҡса менән биш мең биреүен үтенгәндәр. Ханымға аҡса күсеүе тураһында СМС хәбәр килгәс, ул ҡағыҙ купюраларҙы тоттороп та ебәргән. Һуңынан ғына СМС-тың банктан түгел, ябай номерҙан килеүен күргән. Был хәл буйынса енәйәт эше асылған.