Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2018, 13:51

Өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнә

Ауылдарҙа урындағы инициативаларҙы хуплау программаһында ҡатнашыу буйынса йыйылыштар үткәрелә башланы.

Ауылдарҙа урындағы инициативаларҙы хуплау программаһында ҡатнашыу буйынса йыйылыштар үткәрелә башланы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проекттың төп маҡсаты - ауылдағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә халыҡтың ҡатнашыуы. Йыйындарҙа, ҡағиҙә булараҡ, ауыл кешеләре үҙ башланғыстары менән сығыш яһай, иң мөһим проблемалар тикшерелә. Тауыш биреү ярҙамында урындағы инициативаларҙы хуплау программаһында ҡатнашыуға өҫтөнлөклө проект, уны ғәмәлгә ашырыу өсөн халыҡтан күпме аҡса йыйыу кәрәклеге билдәләнә, инициатива төркөмө һайлана. Шулай итеп, ауылда йәшәүселәр был эштең тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусыларына әйләнә, шул иҫәптән финанслау йәһәтенән дә.

Әбдрәшит, Воздвиженка, Ниғмәтулла, Ҡыҙыл һәм Зеленый Клин, Аксен һәм Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл биләмәләрендә йыйылыштар үткәрелде лә инде. Ауыл халҡын, элеккесә, төҙөкләндереү мәсьәләләре – зыяраттар, юлдар торошо, һыу менән тәьмин итеү, спорт һәм балалар майҙансыҡтары булдырыу һәм башҡа һорауҙар борсой.

Читайте нас в