Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2018, 14:03

Инвалид баланың бушлай дарыу алыуға хоҡуғы яҡланды

Район прокуратураһына бер әсә 9 йәшлек ҡыҙының дарыуҙар менән тәьмин ителеү хоҡуғы боҙолоуы тураһында мөрәжәғәт итте һәм был осраҡ буйынса тикшереү үткәрелде.

Бер йыл элек РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәсәй балалар клиник дауаханаһының табиптар комиссияһы был ҡыҙға даими рәүештә иммунологик дарыуҙар ҡабул итеү кәрәклеген билдәләгән. Был медикаменттарҙың балиғ булмаған ҡыҙ өсөн айырыуса кәрәкле булыуына һәм законға ярашлы бушлай бирелергә тейешлегенә ҡарамаҫтан, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм район дауаханаһы инвалид баланы дарыуҙар менән тәьмин итмәгән.

Район прокуратураһы суд тәртибендә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Раевка үҙәк район дауаханаһының баланы республика бюджеты иҫәбенә өҙлөкһөҙ рәүештә кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе талап итте. Өфө ҡалаһының Киров районы суды прокуратураның талабын дөрөҫ тип тапты һәм дәғүәләрҙе ҡәнәғәтләндерҙе.

А. ХАФИЗОВА,

район прокурорының өлкән ярҙамсыһы.
Читайте нас: