Әлшәй хәбәрҙәре
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2018, 13:41

“Иҙел” конкурсы – дуҫлыҡ байрамы

Өфөлә “Иҙел” VIII Халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы үткәрелде. Унда Башҡортостан менән Татарстандан ғына түгел, ә Мәскәү ҡалаһынан, Волгоград, Һарытау, Ульяновск өлкәләренән килгән сәнғәт оҫталары ла ҡатнашты.


Сарала ҡатнашыусыларҙы Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина һәм республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев тәбрикләне. Улар конкурсты ойоштороусыларға Дәүләт Думаһының Милләттәр эше буйынса комитетының һәм Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.


Гала-концертта “Иҙел”дең 33 лауреаты ҡатнашты. Жюриға Башҡортостандың һәм Татарстандың билдәле артистары Иҙрис Ғәзиев, Зилә Сөнәғәтуллина, Илһам Вәлиев, Наилә Фәтихова һәм башҡалар инде. Нух Ҡотоев, Айрат Баязитов (Башҡортостан), Алина Әсмәтуллова (Ульяновск), Руслана Шәрипова (Волгоград) лауреаттар исемен яҡланы.


– “Иҙел” халыҡ-ара фестиваль-конкурсы – күп милләтле республиканың мәҙәни тормошонда һәйбәт йолаға әүерелгән сағыу ижади проект ул, – тине Зөһрә Рәхмәтуллина. – Был йыр байрамы күрше республикалар араһындағы дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.
Читайте нас в