Бынан алда республика Хөкүмәте, әлеге закон проектын депутаттарға ҡарауға индереп, двигателенең ҡеүәте 100 ат көсөнә тиклемге автобустар, йөк машиналары, гидроциклдар, катерҙар, моторлы кәмәләр һәм башҡа транспорт хужаларына льгота биреүҙән баш тартырға тәҡдим иткәйне. Әммә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, закон проекты менән танышып сыҡҡандан һуң, халыҡ өсөн ғәмәлдәге барлыҡ льготаларҙы һаҡларға
ҡушты.