Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ноябрь 2018, 17:38

Өфө аэропортына исем һайлайбыҙ

Илебеҙҙә “Рәсәйҙең бөйөк исемдәре” тип аталған киң күләмле проект бойомға ашырыла, уға ярашлы, илебеҙҙең иң ҙур 47 аэропортына арҙаҡлы ватандаштарыбыҙҙың исемдәре биреләсәк.

Илебеҙҙә “Рәсәйҙең бөйөк исемдәре” тип аталған киң күләмле проект бойомға ашырыла, уға ярашлы, илебеҙҙең иң ҙур 47 аэропортына арҙаҡлы ватандаштарыбыҙҙың исемдәре биреләсәк.

Өфө аэропортына исем биреүҙең тәүге этабында исемлеккә республиканың киң билдәле тарихи шәхестәре индерелде һәм бына тәүге өс исем асыҡланды. Улар - хәрби летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаев.

Республикабыҙ аэропортына исем һайлауҙа һәр кем ҡатнаша ала, бының өсөн “Великиеимена.рф” сайтында, проекттың социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә тауыш бирергә йәки 8-800-707-93-17 “ҡыҙыу линия” телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. Ә инде “Аэрофлот” компаниялары төркөмө самолеты бортында икәнһегеҙ, ул саҡта анкета тултырырға була. Шулай уҡ “Еңеү волонтерҙары” стационар нөктәләрендә лә тауыш бирергә мөмкин.

Аэропорттарға ниндәй исем бирелеүе тиҙҙән, 5 декабрҙә билдәле буласаҡ.


Читайте нас: