Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ноябрь 2018, 17:26

Башҡортостанда «Инвестиция сәғәте» эшләй

15 ноябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров инвесторҙар менән «Инвестиция сәғәте» форматында осрашыу үткәрҙе.

15 ноябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров инвесторҙар менән «Инвестиция сәғәте» форматында осрашыу үткәрҙе.

Кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте ағазалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар, республика үҫеш институттары етәкселәре, шулай уҡ видеоконференция режимында муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.

«Инвестициялар йәлеп итеү үҙебеҙ өсөн билдәләгән мөһим эш йүнәлештәренең береһе булып тора. Ошо йәһәттән республикабыҙҙа проблемалар бар. Бөгөн беҙ яңы эш формаһын – «Инвестиция сәғәте»н башлайбыҙ. Ул аҙна һайын билдәләнгән ваҡытта уҙғарыла, – тине Радий Хәбиров. – Әгәр проект әҙер, бер-беребеҙҙе ишеткәнбеҙ икән, ҡарар ҡабул ителә һәм преференциялар билдәләү, ер участкаларын бүлеү өсөн рәсмиләштерелә».

Тәүге «Инвестиция сәғәте» барышында алдынғы компанияларҙың вәкилдәре сәнәғәт, ауыл хужалығы, фармацевтика, спорт һәм мәғариф өлкәһендәге проекттар менән таныштырҙы. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса республика башҡарма власть органдарына тейешле йөкләмәләр бирелде, үҫеш институттары һәм кредит ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү тәртибе билдәләнде.

Радий Хәбиров яңы эш форматына шундай аңлатма бирҙе:

«Беҙ проблемалы йүнәлештәрҙе үҫтерергә мөмкинлек биргән эш формаларын эҙләйбеҙ. Мәҫәлән, икенсе йыл инде инвестициялар буйынса «бер урында тапанабыҙ». Шуға күрә аҙна һайын, билдәле бер ваҡытта «Инвестиция сәғәте»н үткәрергә хәл иттем. Уны үҙем алып барам. Асылда был – ҡул менән идара итеү өлгөһө. Һуңынан система үҙе эшләр, моғайын. Ләкин әлегә бының менән үҙем шөғөлләнәм, мәсьәләне контролдә тотам, — тип билдәләне республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. — «Инвестиция сәғәте» нимәһе менән яҡшы? Ҡарар ҡабул итеүселәр йыйылған. Әйтәйек, фекер алышыу барышында Күгәрсен районындағы ер буйынса һорау килеп тыуған. Ерҙең арендаторы бөлгөнлөк хәлендә. Беҙҙә банк вәкиле, инвестор, ошо темаға ҡатнашы булған бөтә министрҙар ултыра ине. Сәғәт ярым эсендә дүрт етди мәсьәләне хәл иттек. Уларҙың икәүһе буйынса шунда уҡ ҡарар ҡабул иттек, икәүһен ентекләп өйрәнергә ҡуштыҡ, улар киләһе «Инвестиция сәғәте»нә әҙер булырға тейеш».

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләрен оператив хәл итеү өсөн «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»н индерҙе.

«Һаулыҡ һаҡлау сәғәте» менән «Инвестиция сәғәте»нән тыш, республикала «Төҙөлөш сәғәте» лә була.

Читайте нас: