Әлшәй хәбәрҙәре
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2018, 14:15

Хөкүмәт 2019 йылда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтарын ике этапта индексациялауҙы раҫланы


Рәсәй Хөкүмәте башлығы Дмитрий Медведев 2019 йылда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙы ике этапта индексациялау тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Түләү тәүҙә 1 ғинуарҙан, һуңынан 2019 йылдың 1 июленән арттырыла. Тейешле документ Министрҙар кабинеты сайтында баҫылған.
«2019 йылдың 1 ғинуарынан өҫтәлгән хаҡҡа һалым ставкаһын 18-ҙән 20% тиклем арттырыуға бәйле, 2019 йылдың 1 ғинуарынан граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүен 1,7% кимәлендә, ә 2019 йылдың 1 июленән 2019 йылдың ғинуарына ҡарата тағы ла 2,4% кимәлендә индексациялау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был 2019 йылдың 1 ғинуарына һәм 1 июленә билдәләнгән түләүҙәрҙең индекстарын бергә ҡушыу тигәнде аңлата. Әлеге ваҡытта граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүе бер тапҡыр – 1 июлдә генә, ҡағиҙә булараҡ, уртаса 4% кимәлендә индексациялана ине», — тип асыҡлыҡ индерелә Рәсәй Хөкүмәте сайтында.
Ҡул ҡуйылған ҡарар менән Индекстар формалаштырыу нигеҙҙәренә киләһе йылда коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр индексацияһы, 1 ғинуарҙан өҫтәлгән хаҡҡа һалым ставкаһын арттырыуға ҡарамаҫтан, уртаса кимәлдә ҡалдырыуға йүнәлтелгән үҙгәрештәр индерелгән.

Читайте нас: