Фәтҡуллин Мирхәйҙәр Борис улы 1974 йылдың 31 мартында Баймаҡта тыуған. Ҡазан финанс-иҡтисад институтын, ил Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған.
1993-2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының һәм Татарстан Республикаһының банк системаһында эшләгән.
2011-2003 йылдарҙа – «2006 йылға тиклем Татарстан Республикаһын социаль-иҡтисади үҫтереү федераль маҡсатлы программаһы дирекцияһы» республика дәүләт учреждениеһының федераль власть органдары менән эшләү бүлеге етәксеһе.
2003-2004 йылдарҙа – «Өфө ҡалаһының инвестиция агентлығы» муниципаль унитар предприятиеһы директоры урынбаҫары.
2004-2005 йылдарҙа – «Башстром» акционерҙар компанияһы генераль директорының иҡтисад һәи финанстар буйынса урынбаҫары, финанс директоры.
2005 йылда – «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Юлдар һәм ҡоролмалар департаментының иҡтисад, хеҙмәтте ойоштороу һәм хеҙмәт хаҡы бүлеге етәксеһе урынбаҫары.
2005-2007 йылдарҙа – «Андреев кирбес заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының финанстар һәм иҡтисад буйынса урынбаҫары.
2007-2010 йылдарҙа – «Ай.Ди.Си» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры.
2011-2014 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппараты етәксеһе урынбаҫары.
2014-2018 йылдарҙа – Свердловск өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары советнигы – Свердловск өлкәһе хөкүмәте аппараты етәксеһе, Контроль департаменты директоры урынбаҫары, Свердловск өлкәһе хөкүмәте һәм Свердловск өлкәһе губернаторы хакимиәтенең Кадрҙар сәйәсәте һәм контроль департаменты директоры урынбаҫары.