Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2018, 12:54

Башҡортостанда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса нормативтарҙы һәм тарифтарҙы яңынан ҡарайҙар

Тиҙҙән Башҡортостанда махсус ведомство-ара комиссия эш башлай. Уның составына профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар белгестәре, төбәк операторҙары, муниципалитеттар, йәмәғәт ойошмалары, шул иҫәптән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле төбәк үҙәге вәкилдәре инә.

«Йәмғиәттә көсөргәнешлек тыуҙы. Халыҡ ҡалала һәм ауылда йәшәүселәр өсөн тарифтарҙың ниндәй нормативтарҙан сығып билдәләнеүен аңламай, ә сумма, уларҙың фекеренсә, бик юғары. Шуға күрә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров беҙгә мәсьәләне өйрәнергә һәм нормативтарға, тарифтарға аныҡ дәлилдәр килтерергә ҡушты», — тип белдерҙе төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу нормативтарын раҫлау мәсьәләләре буйынса ултырышта.

Республика хөкүмәте уҙған йылдың көҙөндә халыҡ һәм бизнестың төрлө төрҙәре өсөн ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар производствоһы нормативтарын раҫланы, ләкин был бик күп һорауҙар тыуҙырҙы, шуға хәҙер уларҙы яңынан ҡарарға кәрәк. Төбәк операторҙарының сүп-сар сығарыу буйынса тарифты ошо нормативтар нигеҙендә иҫәпләүе күҙ уңында тотолғайны.

2019 йылдың февраленән Башҡортостанда йәшәүселәрҙең иҫәп ҡағыҙҙарында газ, һыу һәм электр энергияһы өсөн түләү менән бергә «ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәттәр күрһәткән өсөн» тигән яңы юл барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта күп фатирлы йортта йәшәгән бер кешегә айына түләү яҡынса 140,92 һум, шәхси йортта йәшәгәнгә 200,54 һум тәшкил итергә тейеш.

Читайте нас: