Тикшереүселәр асыҡлауынса, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә хәл ныҡ айырыла. Иң имен төбәктәр: Ингушетия, Чечен Республикаһы, Дағстан Республикаһы, Краснодар крайы, Ханты-Манси автономиялы округы — Югра, Воронеж өлкәһе, Сыуашстан Республикаһы һәм Ҡалмыҡстан Республикаһы. Алыҫ Көнсығышта, әгәр үҙәк Рәсәй хаҡында һөйләгәндә, Смоленск өлкәһендә етемдәр мәсьәләһе бик киҫкен тора.
Башҡортостан Республикаһы — Рәсәй төбәктәре исемлеге уртаһында. 2017 йылда республикала етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған 13 130 бала иҫәпләнгән. Уларҙың 1344-е ғаиләгә урынлаштырыуға мохтаж булған.
«Үҙ ғаиләләрен тергеҙеү» буйынса Башҡортостан күпселек төбәктәрҙән яҡшы яҡҡҡа айырылып тора: шул уҡ йылда хоҡуҡтарынан мәхрүм ителгән йәки сикләнгән 730 ата-әсә янында 103 ата-әсәнең хоҡуҡтары тергеҙелгән (йәки сикләү алынған).
Волга буйы федераль округының 14 субъекты араһында Башҡортостан ошо күрһәткестәр буйынса бишенсе урынды биләй.
Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова һүҙҙәренсә, балалар етемлеген иҫкәртеү ғаилә институтын нығытыуға ҡайтып ҡала.
«Һуңғы бер нисә йылда Башҡортостанда ғаилә сәйәсәте концепцияһы тормошҡа ашырыла. Был балаларҙың йәшәү сифатын даими күтәреүҙе — балалар баҡсаларын төҙөүҙе, ясле төркөмдәрен асыуҙы, сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеүҙе, өҫтәмә белем биреү системаһын үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан берҙәм программа. Шуны аңлау мөһим: һәр ғаиләлә физик һәм психик яҡтан һау-сәләмәт бала тыуһын, уны тәрбиәләү өсөн шарттар булдырылырға тейеш. Быларҙың барыһының да административ үҙәктәрҙән алыҫта йәшәгәндәр өсөн яҡында урынлашыуы зарур. Башҡарма һәм муниципаль власть органдарының төбәктә етемлек мәсьәләләрен хәл итеү буйынса эше тураһында, минеңсә, тап ошо күрһәткестәр буйынса фекер йөрөтөргә мөмкин».