Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2018, 18:33

Республикала 20 ноябрҙән ҡайнар асфальт түшәү тыйылған

20 ноябрҙән республикала дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарын төҙөкләндергәндә ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаларын һалыу тыйыла. «Республикала дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарын ремонтлағанда ҡайнар асфальт-бетон япмаһы менән ҡаплау эштәрен тамамлау тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйылған. 20 ноябрҙән бындай эштәр тыйылған. Көҙгө осорҙа ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаларын түшәү 20 ноябргә тиклем һауа температураһы +5 градустан юғары булған осраҡта һәм техник регламентҡа ярашлы тормошҡа ашырыла», — тип һөйләне республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров мониторинг алып барырға һәм ведомство бойороғон боҙоу осраҡтары булһа, үҙенә хәбәр итергә ҡушты.
«20 ноябрҙән температура режимына ҡарамайынса ҡайнар асфальт түшәмәйбеҙ. Кемдәр быға ҡолаҡ һалмай, шуларға яза бирелә», — тип билдәләне республика етәксеһе.

Читайте нас: