Әлшәй хәбәрҙәре
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2018, 18:37

Баш ҡала аэропорты кемдең исемен йөрөтөргә тейеш

Өфө аэропортына хәрби летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, халыҡ шағиры, яҙыусы Мостай Кәрим йәки башҡорттарҙың милли батыры Салауат Юлаевтың исеме бирелеүе мөмкин. Был хаҡта ТАСС агентлығындағы матбуғат конференцияһында Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең генераль директоры Валерий Федоров хәбәр итте. Журналистар менән осрашыу «Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» конкурсының йомғаҡлау этабы башланыуға арналды.
Тәүге өс исем йыйылған тауыштар һаны буйынса түгел, ә алфавит буйынса аталды, тип билдәләне Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы секретары Валерий Фадеев.
«Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» Бөтә Рәсәй проектында тауыш биреү бөгөн, 12 ноябрҙә, башланды. Теләгән һәр кем илдең 47 аэропортының береһенә, шул иҫәптән Өфөләгеһенә исем һайлай ала.
Тауыш биреү өсөн ойоштороусылар тәҡдим иткән ысулдарҙың береһен файҙаланырға:
великиеимена.рф сайтында,
— проекттың социаль селтәрҙәрендә,
— 8-800-707-93-17 һанына шылтыратырға,
— «Аэрофлот» компаниялар төркөмө самолеттары бортында һәм «Еңеү ирекмәндәре» стационар нөктәләрендә анкета тултырырға мөмкин.
Рәсәй аэропорттарына бирелергә тейешле исемдәр 2018 йылдың 5 декабрендә билдәле була.

Читайте нас в